Все новости
Новости
27 Августа , 13:26

Перспективалы идеялар,ҡыйыу ҡарарҙар

Белем һәм әҙерлек кимәлен күрһәтеү, етештереүҙәге мәсьәләләрҙе хәл итеүгә өлөш индереү, компанияға файҙа килтереү һәм профессиональ аң-белем даирәһен киңәйтеү – быларҙың барыһына ла нефть үткәреүселәрҙең йәш белгестәре, «Транснефть-Урал”дың фәнни-техник конференцияһында өйрәнә.

Яңыраҡ Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғитәтендә фәнни-техник конференцияһы тамамланды. Конференцияла 27 йәш белгес ҡатнашты. Ике көн эсендә 4-се тематик секцияла сәнәғәт, экология һәм янғын хәүефһеҙлеге, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге һәм хеҙмәтте һаҡлау мәсьәләләренә арналған 25 доклад тәҡдим ителде. Был конференцияла ҡатнашыусылар географияһы шаҡтай киң ине. Йәш белгестәр өсөн әҙерлек мәсьәләләренең сиселештәре тәҡдим ителде.

Коронавирус инфекцияһына бәйле сикләүҙәр сәбәпле,конференция онлайн-форматта ойошторолдо. Докладсы һәм жюри ағзалары үҙҙәренең эш урындарында ултырған килеш ҡатнашты: бындай форматта конференцияны үткәреү беренсегә булыуына һәм күҙмә-күҙ ҡарашып аралашыуҙы алыштыра алмаһа ла, барыбер үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтте.

Йәш белгестәр бик күп перспективалы темаларҙы күтәрҙе: яңы ысул менән хеҙмәткәрҙәрҙе әҙерләүгә ҡағылған темалар, ҡорамалдарҙы яңыртыу, хеҙмәткәрҙәрҙе хәүефһеҙ эш шарттары менән тәьмин итеү һ.б.

“Транснефт”тең хеҙмәтте һаҡлау,сәнәғәт,экология һәм янғын хәүефһеҙлеге директоры Андрей Зайцев етәкселек иткән комиссияһы ағзалары фекере буйынса, күп докладсыларҙың сығыштары айырым иғтибарға лайыҡ,хатта ҡайһы берәүҙәрен производствоға индерергә була.

Ғөмүмән алғанда, фәнни-техник конференциялар- ул йәштәр өсөн артабан да үҫешергә стимул булып тора. Докладтар һаны уларҙың юғары әүҙемлеге, ә сифаты- йәш белгестәрҙең ҙур потенциалы тураһында һөйләй. Тимәк, конференция ҡатнашыусылар һәм бар ойошмалар өсөн үҙенең кәрәклеген раҫланы тигән һүҙ.

- Күп кенә авторҙар ысынлап та, үҙҙәре өсөн бик етди һәм мөһим темалар тапты. Ә иң мөһиме-уларҙы асырға һәм ғәмәлгә ашырыуға яҡынлашты, - тине Транснефть-Урал акционерҙар йәмғиәтенең баш инженеры, комиссия рәйесе урынбаҫары Данир Әхмәров. Әгәр ҙә Транснефть системаһында ҡайһы бер эшкәрмәләр үҫеш алһа, был бик яҡшы буласаҡ. Сөнки, сәнәғәт һәм янғын хәүефһеҙлеге, хеҙмәтте һаҡлау, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәр ваҡыт көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып тора.

Конференцияның еңеүселәре һәм призерҙары - «Транснефть” предприятиеһы системаһының Төмән, Новороссийск, Брянск , Томск өлкәләре вәкилдәре булды. Беренсе һәм икенсе урынды яулаусыларға ноябрь айында конференцияның финалында ҡатнашыу бәхете тейәсәк.